Песенка

Oct 20, 2007 00:38

 
Поэт Раис Туляков перевел на башкирский язык всем известную песенку. Угадайте, какую.

Йүгерһен үткән-һүткән

Бысраҡтан, күләүектән,

Ә күләүек асфальттан йүгерһен.

Донъяның төҫө киткән -

Ямғыр яуа бик күптән,

Ә ниңә һуң шатланам мин бер үҙем?

Кешеләрҙең

Ҡаршыһында

Мин уйнайым гармунда.

Тик ниңәлер

Тыуған көндәр

Берәү генә бер йылда.

Тылсымсы осоп килһен дә

Күк кенә вертолетында,

Бушлай ғына күрһәтһен кино.

Тағы ла “Тыуған көнөңдә

Ҡотлайым һине”, - тиһен дә

Ҡалдырһын ине биш йөҙ эскимо.

Кешеләрҙең

Ҡаршыһында

Мин уйнайым гармунда.

Тик ниңәлер

Тыуған көндәр
Берәү генә бер йылда...
Previous post Next post
Up