Тәфтишселәр менән аралашҡан ваҡытта, ҡайһы бер судтарҙа тәржемәсе булараҡ ҡатнашҡанда, ҡылынған һәр енәйәттең төп сәбәбе - эскелек булыуы асыҡлана. Хоҡуҡ һаҡсылары әйтеүенсә, хәмер йоғонтоһонда үтә тыныс кеше лә яһиллана, уҫаллана. Шул уҡ ваҡытта иҫерек килеш енәйәт ҡылыу ғәйепләнеүсене аҡламауын, ә киреһенсә, уға ҡарата ҡулланыласаҡ язаның көсәйтеләсәген оноторға ярамай.
Шуға ҡарамаҫтан, енәйәтселәр йыш ҡына хәмер йоғонтоһонда булыуҙарын, шуға күрә үҙҙәренең нимә эшләүҙәре хаҡында бөтөнләй хәтерләмәүҙәре менән аҡланырға маташа. Эйе, эскеселәрҙең дә төрлөһө була: кемеһелер “шайтан һыуы”н йотоу менән ятып йоҡлай, бәғзеләр ҡаңғыра, тауыш күтәрә, өсөнсөләр һалҡын аҡыл менән ҡот осҡос вәхшилек ҡыла. Сираттағы ҡорбандың үтә ябайлығы, бер ҡатлылығы, кешеләргә тиҙ ышаныусанлығы һәм, бәхетһеҙлеккә, эсергә яратыуы - уның ғүмерен йәшләй өҙә...
Хәмер ҡолдары
Был өс йәш ирҙе уртаҡ бәлә, дөрөҫөрәге, яҡындарының сикһеҙ ғазабы таныштыра. Улар наркология клиникаһында күпмелер ваҡыт бергә дауалана. Үҙҙәрен иҫерткес эсемлектәрҙең ҡоло булыуын танырға теләмәгән эскеселәрҙе яҡындары клиникаға урынлаштырыуға өлгәшә. Баш ҡалала йәшәгән Айрат, ҡатыны бер йәшлек балаһын ҡосаҡлап алдына килеп теҙләнгәс, дауаланырға риза була.
“Өйләнеп, иркемде юғалтырға мин алйотмо ни?” - тигән ҡарашты алға һөргән Юлайҙы ата-әсәһе күндерә. Берҙән-бер улдарын наркология клиникаһына һалырға әсә кеше тәүҙә ҡаршы була. “Һин күрҙеңме, унда тәҙрәләрҙә лә тимер рәшәткәләр тора. Улыңды төрмәгә бикләргә йәлләмәйһеңме ни? Унда уны кем йүнләп ашата?” - тип илай ул.
Юлайҙың атаһы улының тәрбиәһен ҡатыны ҡулына тапшырып бик яңылышыуын аңлап аҙарына. “Ҡатынымдың һаулығы булмағас, тағы балалар табырға йөрьәт итмәнек. Юлайҙы минең атайым һәм әсәйем дә, ҡайны-ҡәйнәм дә ҡулында ғына йөрөттө. Уны ялға, байрамға алып ҡайтыу өсөн үҙ-ара бәхәсләшеп китерҙәр ине”, - тип ауыр көрһөнә ул.
Эйе, ҙур ҡалала, иркен фатирҙа йә-шәгән малай бала саҡтан үҙ һүҙле булып үҫә. Ул асыуланып ҡысҡырһа ла, буштан-бушҡа мыжыһа ла, олатай-өләсәйҙәренең һәм, айырыуса, әсәһенең һуҡыр мөхәббәтенә сорналып йәшәй. “Улымдың үҫмер сағында уҡ тәмәке, һыра менән мауығып китеүен күреп, ҡаты ғына һөйләшеү булды. Тик әсәһе: “Ҡуй, өндәшмә, асыуланып наркотиктарға барып етер. Ана бит тиҫтерҙәре араһында наркомандар күп”, - тип тыйҙы. Шул саҡта уҡ улыма яҡшы ғына һабаҡ бирергә кәрәк булған да бит”, - ти ата кеше.
“Әйҙәгеҙ, ауылға!”
Айрат һәм Юлай үҙ-ара уртаҡ телде тиҙ таба. Ә инде ауылда йәшәгән, ябайлығы, ихласлығы менән айырылып торған Насиптан улар бергәләшеп көлөргә әүәҫләнеп китә. Сабыр ауыл кешеһе үпкәләмәй, теге икәүҙең мәрәкәләү-төрттөрөүҙәренә йылмайып ҡына ҡуя.
Шуны ла әйтергә кәрәк, эскеселәр үҙ теләге менән иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартмаһа, уларға бер ниндәй ҙә наркология клиникаһы ла, сихырсылар ҙа, имселәр ҙә ярҙам итә алмай. Танышып, бер “өй” булып йәшәгән ирҙәр ҙә ҡалаға сығып, араҡы йәки көмөшкә һатып алыу әмәлен табып ҡына тора.
Дауаланыу ваҡыты тамамланыуға яҡынлашҡас, Айрат менән Юлайҙың танауы төшә. “Хәҙер тағы башлана инде, “эсмә, мине уйламаһаң, балаңды уйла” тип мейе серетеүҙәр”, - тип асыулана Айрат. Ҡәйнә йортонда йәшәгән ир ҡатынының ғына түгел, уның әсәһенең дә мыжыу-әрләүен тыңларға мәжбүр булыуына зарлана. Юлай: “Минең ҡарттар ҙа күҙәтеү аҫтына алып, тын алырға ла ирек бирмәй. Бер ҡайҙа сыҡһаң, минут һайын шылтыратып аптыраталар. Бер ҡайҙа китеп олағыр кәрәк ине!” - ти.
Яңғыҙы йәшәгән Насип уларҙы ауыл-дарына йәшәргә саҡыра. “Әйҙәгеҙ, бер-гәләшеп бер эш асып ебәрербеҙ, беҙҙә ул йүнәлештә эшләгән эшҡыуарҙар юҡ әле. Аҡса ла булыр”, - тип тәҡдим итә.
Береһе ғаиләһенән, икенсеһе ата-әсәһенән азат булып ҡаласағын аңлаған Айрат менән Юлай ҡыуанып риза була. Уларҙың икеһенең дә туғандары был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итә. Юлайҙың әсәһе улына дауалау килешеп, аҡылға ултырыуға һөйөнөп бөтә алмай. “Улым, ауыл ҡыҙҙарын күҙләп йөрө, улар уңған була”, - тип наказын да биреп өлгөрә. Атаһы ғына яңы клиниканан сыҡҡан өс әшнәгә ҡарап уларҙың ниндәйҙер эш атҡарып сыға алыуында шикләнә. Тик ҡатынының күңелен төшөрмәү өсөн бер ни ҙә әйтмәй.
Көҙгөһөн мул аҡса менән ҡайтасағын белдергән Айратты тыңлап, йәш әсә хатта сәпәкәйләп ала. “Эйе, бүлмәбеҙҙә ремонт эшләрбеҙ, бәләкәскә ҡышҡы кейемдәр алырбыҙ”, - тип һөйөнә ул.
Көмөшкә йылғалай аға...
Яҡындарын тынысландырып оҙатҡан ирҙәр Насиптың ауылына барып төшә. Айрат менән Юлай магазинға инеп араҡы ала. Яҡындары аҙыҡ-түлеккә, эш башлауға тип ҡалдырған аҡса көндән-көн ирей бара. Өс ир бер ай күрмәгән хәмер эсендә йөҙә генә. Бер көн Айрат артабан һыра ғына эсәсәген белдерә. “Мин ял итеп туйҙым инде, тиҙҙән ҡайтыу яғына юлланасаҡмын”, - тип белдерә ул.
Ул кис Насип менән Юлай аш бүлмәһендә көмөшкә һемерә. Айрат түрбашта телевизор ҡарай, үҙе өсөн генә тип алған һыраһын эсә. Күрше бүлмәләгеләрҙең бер нисә мәртәбә ныҡ ҡына талашыуын ишетә, әммә ул яҡҡа сығып та әйләнмәй. Ғөмүмән, ауыл тормошо ла, бер уңайлығы булмаған өй ҙә, аҡсаһыҙлыҡ үҙәгенә үтә башлай уның. Ярай әле, ауыл магазинында Насипҡа һатыусы һораған әйберен яҙҙырып бара. Уның да түҙемлеге сикле, һаман түләмәгән өсөн “кредитты” япһа, нимә эшләйәсәктәр, билдәһеҙ. Ниндәйҙер эшкә тотоноп китергә елкә кәрәк. Төшкә тиклем йоҡлап ятҡас, ниндәй эш асыу тураһында һүҙ ҡуҙғатып булһын инде. Шуға күрә Айрат, аш бүлмәһендәге шау-шыуға иғтибар ҙа бирмәй, диванда һыра һемереүен дауам итә.
Насип менән Юлай буласаҡ эштәре ниҙән башланырға тейеш икәнлеге тураһында һүҙ ҡуйырта. Хыялдары иртәгә үк тормошҡа ашасаҡ тип уйлаған иҫеректәр тағы талашып китә. Бала саҡтан һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән Юлайға ниндәйҙер ауыл кешеһенең уға ҡаршы сығыуы оҡшамай. Ул бер нисә мәртәбә йорт хужаһына аҡы-рып ҡарай ҙа, тыңлата алмағас, өҫтәлдә ятҡан ҙур бысаҡ менән уға бер нисә мәр-тәбә сәнсә. Унан иҫе лә китмәй, ултыр-ғысҡа ултыра төшкән Насипты ҡалдырып, тышҡа тәмәке тартырға сығып китә. Ҡанһыраған Насип тәүҙә ауыртыу-һыҙланыу-ҙарына түҙә алмай шаңҡып ҡала, унан телевизор тауышы яңғыраған, Айрат һыра эсеп ултырған түрбашҡа йүнәлә...
“Беҙ ғәйепле түгел!”
Суд барышында Айрат та, Юлай ҙа үҙҙәренең өлөшләтә генә ғәйепле булыуын иҫбатларға тырышты. Туғандары тарафынан ялланған көслө адвокаттар ҙа уларҙы төрлө ысулдар менән аҡларға маташты. Бысаҡта уның да бармаҡ эҙҙәре булыуын, өҫ-башына ҡан таптары сәсрәүен Айрат, янында көтмәгәндә аяғында саҡ баҫып торған Насип барлыҡҡа килгәс, баҙап ҡалыуын, артабан уны тоторға маташҡанда ҡолап китеүҙәре менән аңлатырға маташты. “Уның яралы булыуын да һуңынан ғына күрҙем, нисек мин уны үлтерәйем!” - тине ул күҙ йәштәре аша.
Шул уҡ ваҡытта медицина экспертизаһы Насиптың тәүҙә үлемесле яралар алыуын, һуңынан уның ғүмерен өҙгән тағы бер йәрәхәт булыуын асыҡланы.
Судта Айраттың тикшереү барышында бирелгән күрһәтмәләре уҡылды. Эйе, йорт хужаһы ысынлап та уның янына килә. Ҡанһыраған, көскә тын алған Насип иҙәнгә йығылғас, Айрат уның ҡулындағы бысаҡты күреп ҡала. Үҙ өҫтөнә ғазраил яуаплылығын алған был әҙәм: “Үлем менән йәшәү араһында булып, түҙгеһеҙ ғазап кисергән Насипты йәлләнем. Шуға күрә мин уны... салдым”, - тип күрһәтмә бирә.
Эйе, Айрат “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу йәки урамға сығып һөрән һалыу урынына үҙенсә был мәсьәләне “еңел” генә хәл итә. Тәфтишсенең: “Һеҙ Насиптың “барыбер үләсәген” нисек билдәләнегеҙ? Һеҙҙең медицина белемегеҙ бармы ни?” - тигән һорауына “Мин шулай тойҙом”, -тип яуап бирә.
Күпме генә аҡланһалар ҙа, Айраттың да, Юлайҙың да енәйәте тулыһынса асыҡланды. Улар икәүһе лә оҙайлы йылдарға ҡаты режимлы колонияға хөкөм ителде.
“Шулай яҡшыраҡ булыр...”
Судтан һуң Юлайҙың әсәһе: “Эй, балаҡайым, күпме генә эсһәң дә, яныбыҙҙа ғына булһаңсы”, - тип үҙәкте өҙөрлөк итеп иланы ла иланы. Унан бар асыуын тормош иптәшенә төшөрөп: “Һин барыһына ла ғәйепле, тәүҙә дауаханаға бикләнең, унан төрмәгә оҙаттың. Тыуған ҡалаһында ғына йөрөһә, ундай бәләгә тарымаҫ ине”, - тип ҡысҡырҙы. Ҡатынының түҙә алмаҫлыҡ ҡайғынан нимә һөйләгәнен аңламауын төшөнгән ир өндәшмәй генә башын эйҙе. Ата кешенең дә мәңгелек хәсрәткә батыуын, ғаиләһенә килеп ингән фажиғәнән тиҙ генә арына алмаясағы һиҙелеп тора ине. Өс ғаиләнең шатлыҡ-ҡыуанысы ғына булып үҫкән малайҙы шундай яҙмыш көтәсәген, төрлө уйҙырмалар табып әрме сафынан алып ҡалған йәш егеттең оҙайлы йылға төрмәгә ябыласағын кем белгән...
Балаһын ҡосаҡлап, ҡайғынан һығылып төшкән йәш ҡатынды әсәһе ҡосағына алды. Ҡаты ғәҙеллеге менән мейегә үтеп ингән һүҙҙәр яңғыраны: “Ҡыҙым, тыныслан, бәлки, шулай яҡшыраҡ та булыр. Нисәмә йылдар үҙеңде онотоп уға хеҙмәт иттең бит!”
Был ханым әйтеүенсә, ҡыҙҙарының Айратҡа кейәүгә сығыуы улар өсөн көтөлмәгән хәл була. Сөнки йәш ҡыҙ, Айрат менән танышҡанға тиклем, итәғәтле, матур ғаиләнән булған егет менән осраша. Шул саҡта уҡ эсергә яратҡан кейәү балаҡай ғаиләнең фажиғәһенә әүерелә. Ҡыуып ҡына сығарырҙар ине, ҡыҙҙары: “Мин унһыҙ йәшәмәйем - үләм!” - тип ҡурҡыта.
Суд ҡарарын ишеткәндән һуң ҡатып ҡалған йәш ҡатын бер аҙ тынысланғандай булды. Бәлки, әсәһенең һүҙҙәре, ниһайәт, уның йөрәгенә үтеп ингәндер. Уның йәшәү мәғәнәһе, ышаныс-терәге - балаһы бар бит.
Эйе, мәрхәмәтле күңелле булғанғамы, әллә үҙенә бергә-бергә эсергә шешәләштәр эҙләпме, йортона индергән яуыз ниәтле әҙәм аҡтыҡтары тарафынан һәләк булған Насип бик тә йәл. Уның да киләсәккә үҙ өмөт-ышаныстары, уй-хыялдары бар ине бит. Тик донъяны айныҡ ҡараш менән ҡабул итә белмәү, һәр мәсьәләне хәмер менән хәл итеү, һуңғы осор көндө шешә менән башлау Насиптың ғүмерен шулай фажиғәле тамамланы. Был йәш ир хаҡында ауылдаштары: “Эйе, эсте, әммә уның бер кемгә лә зыяны теймәне. Иҫерә башлау менән, ятып йоҡларға урын эҙләй башлар ине. Ошо сит-ят ике кешегә ышаныуы уның башына етте лә инде...” - тип көрһөнә.
Уйлап ҡараһаң, күпмелер кимәлдә кешеләрҙең бер-береһенә булған иғтибарһыҙлығы һәм битарафлығы ла ғәйепле бында. Ни өсөн бер өй булып, әллә нисәмә аҙналар буйы эсеп ятҡан ирҙәрҙе бер кем дә контролгә алмаған? Элегерәк бының өсөн хоҡуҡ һаҡсыларының түгел, ә ауылдың абруйлы аҡһаҡалдарының бер ҡәтғи һүҙе, хатта уҫал ҡарашы етә ине бит.
Эйе, оҙайлы йылдарға төрмәгә ябылған Айрат менән Юлайға хәҙер хәмерҙе, наркология клиникаһында дауаланмайынса ла, оноторға тура киләсәк.
Үкенестәр шишмәһе, бәхетһеҙлек даръяһы булып аҡҡан хәмерҙең сираттағы ҡорбаны кем икән?..
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.