Беренсе мөхәррирҙе хәтерләп
Ниндәй генә баҫманың тарихына күҙ һалһаң да, иң элек уның тәүге мөхәррире телгә алына. Был йәһәттән Баймаҡ Матбуғат йортона ҡуйылған таҡтаташҡа күҙ һалыу ҙа етә: “Был йортта 1930-1932 йылдарҙа “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзитен ойоштороусы һәм уның тәүге мөхәррире, драматург Сәғит Мифтахов эшләгән”. Был яҙмамда мин уның исеменә бәйле бер нисә хәл-ваҡиға тураһында һөйләмәксемен.
Сәғит Мифтах улы Мифтахов тураһында, әлбиттә, быға тиклем дә район гәзитендә яҙылды. Шуға күрә лә тағы бер тапҡыр тәфсирләп һөйләүҙең хәжәте юҡ. Тик биографияһының төп өлөштәрен генә иҫкә төшөрөп үтәм. Ул 1907 йылдың 10 ғинуарында Нуриман районының Ҡыҙылъяр (хәҙер Красная Горка) ауылында тыуған. Стәрлетамаҡта, Мәскәүҙә уҡыған. Өфөлә уҡытыу эшендә була, дәүләт сәнғәт техникумына етәкселек итә. 1930 йылда Баймаҡ райкомына мәҙәниәт-пропаганда бүлеге мөдире итеп ебәрелә. Партия эше менән бергә С.Мифтахов гәзит менән дә шөғөлләнә.
Мөхәррир Түбә алтын приискылары эшселәре тормошоноң уртаһында ҡайнай, район буйлап йөрөгәндә крәҫтиәндәрҙең эштәре менән яҡындан таныша, колхоздар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, үҙенең буласаҡ әҫәрҙәре өсөн материалдар туплай. Яҙыусының “Һаҡмар”, “Зимагорҙар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” һәм башҡа киң билдәле драмалары Баймаҡ ерендә тыуа.
Беҙҙең яҡташ-шағир Сәләх Кулибай Сәғит Мифтаховтың Баймаҡтағы бер көнөн бына нисек хәтерләй:
- Уның тураһында нимә әйтергә? Яҡшы иптәш. Принципиаль коммунист. Район гәзитенең тәүге мөхәррире. Күренекле драматург. Шәп оратор... Бөтә был әйтелгәндәр - хәҡиҡәт, әммә ул яҙыусыны тулыһынса баһаламай. Мин С.Мифтаховты тәүге күреүемде яҙып үтәм.
Июнь. Был айҙа беҙҙең Ирәндектә лә һабантуйҙар үткәрелә. Тап ошо мәлдә тыуған яғыма ҡайттым. Шулай итеп, мин Баймаҡ һабантуйында. Майҙан тирәләй палаткалар һәм тирмәләр ҡоролған, ә тап уртала - бураҙна менән айырылған көрәш урыны. Халыҡ ҡырмыҫҡа иләүендәгеләй күп. Көрәш майҙаны янында - асыҡ сәхнә һәм киң трибуна. Трибуна өҫтөндә бер төркөм кеше ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көрәште күҙәтә, фекер алыша. Былар, күрәһең, район һәм завод етәкселәрелер.
Был төркөмдә минең иғтибарҙы тырпайып торған ҡара сәсле, хром итек, аҡ китель, хаки төҫлө галифе кейгән йәш егет йәлеп итте. Ул трибунанан йүгереп төштө, судьялар менән нимәлер тураһында һөйләште лә урынына ашыҡты.
Теремек, бәләкәйерәк буйлы был егетте элек Баймаҡта осратҡаным булманы, тәүгә күреүем. Ярыштар барышында уны судьялар янында йыш күрҙем, ул ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер аңлата, үҙенекен иҫбат итә. Һабантуйҙың һуңғы өлөшөндә, ат сабышы барғанда, егет ҙур ташҡа менеп баҫты һәм бик ихлас бәйгеселәрҙе күҙәтте, ҡысҡырып, ҡулдарын һелтәп, уларҙы ҡеүәтләне. Һуңынан уның Сәғит Мифтахов икәнен, райкомдың пропаганда бүлеген етәкләүен белдем.
1932 йылда С.Мифтахов Өфөгә ҡайтарыла. Ул бында төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. Бөйөк Ватан һуғышының икенсе көнөндә үк патриот-яҙыусы тәүгеләрҙән булып үҙ ирке менән фронтҡа китә. Ул уҡсы полкта политрук булып хеҙмәт итә. Ләкин хәрби тормошо оҙаҡ дауам итмәй - 1942 йылдың февралендә батырҙарса һәләк була. Был ваҡытта уға ни бары 35 йәш кенә ине.
Талантлы йәш яҙыусыны һәм мәҙәниәт фронтының арыу-талыуһыҙ көрәшсеһен, беҙҙең төбәктә гәзит эшен уңышлы башлап ебәреүселәрҙең береһен баймаҡтар онотмай, тәрән рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала. Юғарыла телгә алынған таҡтаташтан тыш, исеме ҡала урамдарының береһенә бирелгән. 1977 йыл башында район гәзите редакцияһы һәм журналистарҙың беренсел ойошмаһы Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһын булдырҙы.
Ул ваҡытта премиялар хәҙерге кеүек үк күп түгел ине, шуға күрә лә редакцияның башланғысы урындағы журналистарҙа, хәбәрселәрҙә, хатта башҡа баҫма хеҙмәткәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ижад ҡомарын тыуҙырҙы. “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Ирек Кинйәбулатов бер мәл шундай хәбәр әйтмәһенме: “Рәшит, был премияға, әлбиттә, һин дәғүә итәһең. Ә бына һеҙҙең гәзиткә берәй очерк баҫтырһам, уны икебеҙгә бүлеп бирмәҫтәрме икән?” Мин, һуйылмаған малдың тиреһен бүлешәбеҙ икән, тип мәрәкәләнем. (Был турала 2008 йылда “Башҡортостан” гәзитендә лә яҙҙым).
Үтә лә тынғыһыҙ эш менән 1977 йыл да үтеп китте (ул заманда гәзит, ысынлап та, көсөргәнеш менән сыҡты, күп осраҡта ал-ял белмәй, төнгәсә эшләнек). Шул уҡ ваҡытта премия тураһында ла онотманым: ноябрь һәм декабрь айҙарында Ленин исемендәге колхоздың данлыҡлы тракторсыһы Ишбулды Сәғәҙәтов һәм «Йылайыр» совхозының билдәле игенсеһе Борис Фролов тураһында очерктар баҫтырҙым. 1978 йылдың 9 ғинуарында ошо яҙмалар өсөн мин беренсе булып Сәғит Мифтахов исемендәге премияға лайыҡ булдым. Премияны һәм дипломды комиссия рәйесе, партияның район комитеты секретары Р.Х.Хисмәтуллин тапшырҙы (ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде). Редакциялағы коллегаларым был яңылыҡты “Совет Башҡортостаны” гәзите аша бөтә республикаға таратты. Һәм мин Өфөнән, Мифтаховтар ғаиләһенән, ҡотлау телеграммаһы алдым. Был телеграмма шәхси архивымда әле лә һаҡлана.
Әйткәндәй, тәүге очерк нигеҙендә яңы яҙма әҙерләнем һәм ул 1980 йылда “Именем Ленина названы” китабында (“Башкнигоиздат”), ә 1982 йылда Саратов ҡалаһында сығарылған “Степные просторы” төбәк журналында баҫылды. Икенсе материал иһә “Гәзит - тормош көҙгөһө” исемле журналист яҙмалары китабымда донъя күрҙе (Баймаҡ, 2007 йыл).
Минән һуң абруйлы премияға байтаҡ журналистар лайыҡ булды. Уларҙан иң элек беҙҙең хөрмәтле мөхәрриребеҙ Борхан Абдулла улы Сәмиғуллинды (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм) телгә алыу фарыз. Лауреаттар исемлегендә шулай уҡ яҡташ яҙыусылар Берйән Байымов, Азамат Ҡәҙерғоловтар ҙа бар (улар ҙа баҡыйлыҡҡа күскән). Ижади сәм йәмәғәт хәбәрселәрен дә әүҙемләштерҙе: С.Рафиҡова, Ю.Моряков, Ғ.Иҙелбаев, С.Мөхәмәтшин, В.Буранбаевтар лауреат булып танылды. Был йәһәттән профессиональ журналистарҙан Т.Ушановты, Г.Ниғәмәтованы, Х.Үтәевты телгә алырға була.
Күрәһегеҙ, лауреаттар араһында йәштәр юҡ, сөнки тиҫтә йылдан ашыу инде С.Мифтахов премияһы бирелмәй. Был изге эштең ни өсөн туҡтатылыуы, уны яңынан тергеҙеү тураһында матбуғатта ла, айырым йыйылыштарҙа ла байтаҡ һүҙ булды, шуға күрә был мәсьәлә тураһында һүҙҙе ҡуйыртып тормайым. Кәрәк тапһалар, тейешле вазифалы иптәштәр, власть органдары сараһын күрер, тип ышанайыҡ. Һүҙ ыңғайы шуны ла әйтмәү мөмкин түгел: һуңғы йылдарҙа Батыр Вәлид исемендәге премия ла онотолдо бит. Быныһы инде тағы ла үкенеслерәк. Тимәк, эш йәш журналистар өсөн үҙәк китапхана булдырған Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияға ғына тороп ҡалды...
Һүҙ ситкәрәк китте. Төп темаға күсәйек. 2007 йылда Сәғит Мифтаховтың 100 йыллыҡ юбилейы туған Нуриман районында киң билдәләнде. Ғинуар айында райондың “Красный ключ” гәзитендә яҙыусы тураһында бер битлек очерк баҫыла. Унда Сәғиттең үҫмер сағынан уҡ бик һәләтле, тынғыһыҙ, гел алға ынтылыусан шәхес булғанлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Шуға күрә ул комсомол, партия органдарында ла, мәғариф, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Етмәһә, гел генә төп эше менән бер рәттән йәмәғәт бурыстарын да әүҙем башҡара. С.Мифтаховтың бер урында оҙаҡ эшләмәүе ул заманда уның һымаҡ әҙерлекле кадрҙарҙың етешмәүе менән аңлатыла. Ул төрлө яуаплы вазифалар атҡарһа ла, ижад тураһында һис онотмай, башҡорт драматургияһына нигеҙ һала, милли опера сәнғәтен булдырыуға булышлыҡ итә. Яҙыусы һуғышҡа тиклем дә ҡайғы кисерә - ҡатыны Асия фажиғәле һәләк була. Икенсе ҡатыны Хәнифәнән ике ул тыуа - Асҡар (1933 йылғы) һәм Байрас (1941). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Асҡар 59 йәшендә генә мәрхүм була, ә икенсе улдары - элекке хәрби диңгеҙсе, әле хаҡлы ялда, Өфөлә йәшәй.
Ноябрь айында район гәзитендә С.Мифтаховҡа бағышлап тағы бер бит баҫыла. Унда минең яҙыусының Баймаҡ дәүере тураһында яҙылған ҙур мәҡәлә, күренекле яҙыусы Баязит Бикбайҙың хәтирәләре, фотоһүрәттәр донъя күргән. Ошонда уҡ Красная Горка урта мәктәбендә үткәрелгән саралар, бындағы музейҙың С.Мифтахов мөйөшө тураһында хәбәр ҙә урын алған.
Декабрь айында иһә район үҙәгендә С.Мифтаховтың 100 йыллығы уңайынан ҙур тантана ойошторола. Тәбрикләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы М.И.Тимерғазин, Өфөнән килгән яҙыусылар, ғалимдар, яҡташ артистар сығыш яһай. Нуримандар Байрас һәм Людмила Мифтаховтарҙы, яҙыусының башҡа туғандарын йылы ҡаршы алды. Байрас Сәғит улы район архивына атаһының ҡулъяҙмаларын тапшырҙы. Район халыҡ театры С.Мифтахов пьесаларынан өҙөктәр күрһәтте.
Баймаҡҡа кире әйләнеп ҡайтып, шуны әйтер инем. Сәғит Мифтахов беҙҙә оҙаҡ эшләмәгән. Әммә беҙ уны талантлы драматург, гәзитебеҙҙең тәүге мөхәррире, маһир журналист булараҡ оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Быйыл, район баҫмаһына 80 йыл тулғанда, хәтеребеҙҙе тағы бер тапҡыр яңыртабыҙ.
Рәшит ҮТӘЕВ,
журналистика ветераны.
"Һаҡмар": Район гәзитенә - 80 йыл