May 04, 2017 10:16
Көн һайын нимәлер уҡыйым. Журналист яҙмаһы булһынмы, әҙәби әҫәрме, тигәндәй. Маҡтанып әйтмәйем, уҡырға яратам, шул ғына. Тик әйләнгән бер нәмә күңелде ҡыра, ул күп яҙыусыларыбыҙҙың, журналистарыбыҙҙың(ябай халыҡҡа әлегә теймәй торайым) телде белмәүе. Һөйләм, һүҙбәйләнеш төҙөлөшөн белмәйҙәр, был айырыуса руссанан башҡортсаға тәржемә иткәндә күренә. Сөнки һәр телдең үҙенә генә хас һөйләм төҙөлөшө, һүҙҙәрҙе теҙеү, мәғәғәнәле һүҙҙәр сылбыр яһау системаһы бар. Ана шуны белмәү, телде тоймау ҡайсаҡта йәмһеҙ күренештәргә килтерә. Быға миҫалдарҙы мин күп осратам гәзиттәрҙә лә, китаптарҙа ла, айырыуса интернет сайттарында күп улар. Үкенескә ҡаршы, тап бына ошо мәлдә миҫалдар һеҙгә килтерә алмайым. Сөнки теркәп барғаным юҡ ине. Әммә ошонан һуң мотлаҡ бер урынға йыйып барырмын да, конкрет өлгөләр менән үҙ фекеремде дәлилләрмен, тим.
Бөгөн иһә мин бер һүҙҙең ҡулланылышына иғтибар итәһем килә.
Барығыҙҙа “мөмкинселек” тигән һүҙҙе белә, әүҙем ҡуллана. Русса уны “возможность” тип тәржемә итәбеҙ. Әммә был башҡорт теле һүҙъяһалышы ҡанундарына тап килмәгән һүҙ. Ни өсөн тиһегеҙме?
Хәҙер аңлатып ҡарармын.
Башҡорт телендә һүҙҙәр - тамыр һәм яһалма һүҙҙәргә бүленә. Иң таралған һүҙ яһаусы ике ялғауҙы алайыҡ :
-сы, -се, -со, -сө:
эш - эшсе;
уҡытыу - укытыусы;
уҡыу - уҡыусы;
һунар - һунарсы;
-лыҡ, -лек, -лоҡ, -лөк:
баҡсасы - баҡсасылыҡ;
ағас - ағаслыҡ;
һаҙ - һаҙлыҡ;
күҙ - күҙлек;
боҙ - боҙлоҡ;
Тимәк, -сылыҡ, -селек ялғауҙары ул ике үҙаллы яһалма ялғауҙан тора.
Баҡса-сы-лыҡ.
Йылҡы-сы-лыҡ.
Иген-се-лек.
Им-се-лек.
Ә “мөмкинселек” һүҙен ошо рәүешле тарҡатып буламы? Юҡ!
Сөнки беҙҙең телдә “мөмкинсе” тигән һүҙ юҡ. Тимәк, “мөмкин” һүҙенән тик “мөмкинлек” һүҙе генә барлыҡҡа килергә мөмкин.
Мәҫәлән, ошо арала Флүр Ғәлимовтың “Яңы башҡорт” әҫәрен уҡыным. Унда “мөмкинселек” һүҙе аҙым һайын. Нәшриәт редакторҙары корректорҙары нимә ҡараған? Кисә, мәҫәлән, блогер, сәйәхәтсе Даян Ғәйетбаевтың постарында күрҙем. Ғөмүмән, “мөмкинселек” һүҙе менән телебеҙ ныҡ сүпләнгән. Һәм быға өлөштө журналистарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ ҙа кертеүе үкенесле.
проблема,
китап,
тел яҙмышы,
башҡорт теле,
матбуғат,
фекер,
туған тел