Хыялға илтер һуҡмаҡтар эҙләп...(З.Ҡаҙаҡбаеваның "Хыялға илтер һуҡмаҡ" әҫәрен уҡығас тыуған уйҙар)

Mar 15, 2017 14:00

Уҡымлы китап ниндәй ул?

Китаптың тышынан ғына уҡырға яраҡлымы-юҡмы икәнлеген белеп булмай бит. Китапханаға барған һайын, ҡатмарлы һорау тыуа: ниндәй китап алырға, ниндәй автор һайларға? Шуға ла мин унда әҙерлек менән барырға тырышам, популяр авторҙар, әҫәрҙәр тураһында интернет киңлектәренән мәғлүмәт туплайым, башҡа китап һөйөүселәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалам, әҙәби мәҡәләләрҙе күҙәтеп барам.
Башҡорт әҙәбиәте әкренләп булһа ла яңы исемдәр менән байый. Ижадҡа кешеләр төрлө юл менән, төрлө ваҡытта килә. Был яҙыусының рухи әҙерлегенән дә, яҙыу талантанынан да тора. Нисек яҙыусы булып китәләр тигән һорау күптәрҙе борсой ул. Яҙышҡан кеше ябай халыҡ тарафынан ниндәйҙер ҡөҙрәткә эйә кеше һымаҡ күренә бит. Был һәр ваҡыт яҙыусыға өҫтәлмә яуаплылыҡ йөкмәй, теләйме ул, юҡмы, ижадсы һәр ваҡыт әйткән-яҙған һүҙе өсөн иғтибарлы булырға тейештер. Ни өсөн кеше китап уҡый? Ваҡыт уҙғарыр өсөн генә түгел бит. Үҙен борсоған һорауҙарына яуап эҙләй, хистәренә ауаздаш хистәр уға танһыҡ, күңелен тынысландырырға теләй ул. Яҡшы китап - йән аҙығы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Яҡшы китап ул рухландыра, күңелде яҡтырта, йәшәйешкә ышаныс уята, тормошто бар тулылығында ҡабул итергә ярҙам итә. Яҡшы китап һәр ваҡыт уҡыусыла эмоциональ ауаздашлыҡ таба. Яҡшы яҙыусы тормоштоң ҡатмарлы процесс икәнлеген онотмай, хәҡиҡәттең ике яҡлы, һәм ике яҡтың дә йәшәүгә, булыуға хаҡы барлығын иҫендә тота. Был һәйбәт, ә был насар тигән ҡалыптар менән идара итә алмай. Сөнки Ницше тәҡрарлағандай, был донъяла барыһы ла сағыштырмаса. Бер үк нәмәне ике кеше ике төрлө ҡабул итергә мөмкин. Тормоштоң теге-йәки был күренештәрен береһен тик ҡара, береһен тик аҡ тип ҡабул итеү ул күңел үҫешен тотҡарлай. Хәл-ваҡиғаларға ла беҙ күп осраҡта тәьҫир итә алмайбыҙ, әммә ынтылыш көслө булғанда “ташты ла тишергә”мөмкин. Ләкин үҙең генә таш “туҡмап” маташыу бер эш, ә кемдер ярҙам итһә, ул инде икенсе эш. Һәм икенсе осраҡта һинең булдыҡлылығың һорау, шик аҫтында ҡала түгелме?
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Хыялға илтер һуҡмаҡ” китабын миңә китапханасы тәҡдим итте. “Уҡып сыҡ,бик ҡыҙыҡлы,” - тигәс, алдым. Быға тиклем автор менән таныш түгел инем, шуға ла һәр ваҡыттағыыса яңы исем менән танышыуым “Йә, уҡыып ҡарайыҡ, ҡыҙыҡмы, юҡмы?” тигән уй менән башлана. Сөнки Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның ижадын ҡәләмдәштәре ярайһы уҡ ыңға й баһалайҙар, халыҡ та яратып уҡый, ахыры. Китапханасы ла маҡтап телгә алды. Дөрөҫөн әйтәйем, әҫәр ысынлап та мауыҡтырғыс ҡына, һәр хәлдә бер нисә көн ҡулымдан төшмәне. Әлбиттә, уны бер көн дә лә уҡып сығырлыҡ, әммә күп бала әсәһе булараҡ(Зөлфирә апай үҙе биш бала әсәһе бит, мине аңлар), китап тотоп тыныс ҡына ултырып уҡыу форсатын табыу ҡатмарлы ғына. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева бик матур хикәйәләүсе икәнлеге тәүге юлдарҙан уҡ беленә. Уның яҙғанын уҡыу үҙе бер ләззәт. Һәр һөйләме урынлы, диалогтар йыйнаҡ, автор һүрәтләүҙәре лә тарҡау түгел. Ғөмүмән, автор геройҙарына тулы иркенлек биргән. Улар тулыһынса үҙ тормошо менән йәшәй. Һәм улар менән автор идара итә тигән тойғо юҡ кимәлдә. Әҫәрҙең аҙағынаса иғтибар тотола, һәм, әлбиттә, повестың аҙағында новеллистик алым ҡулланыуы ла әҫәрҙән яҡшы тойғо ҡалдыра.
Күптәребеҙ голливуд фильмдарын йотлоғоп ҡарай, бөтәһенә лә бар ҡыйынлыҡтарҙы, дошмандарҙы еңеп сыҡҡан геройҙар хаҡында фильмдар оҡшай. Голливуд режиссерҙары быны белә, һәм йыл һайын ошондай кинолар ижад итә. Билдәле сценарист, американнлы Роберт Макки (“История на миллион долларов” китабын ижадсыларға ла, ижад менән ҡыҙыҡһындарға ла мин тәҡдим итәм)ундай фильмдарҙың уңышлы булыуында, классик архисюжетҡа ҡоролоуында тора,тип раҫлай. Архисюжеттың төп һыҙаттары: бер төп герой, геройҙың тормошона негатив тәъҫир яһаған хәл-шарттар, һәм герой бар көсөн шул хәл-шарттарҙы еңеп сығыу өсөн көс һала, һәм еңеп сыға. Архисюжет тарих аҙағында һорауҙарға урын ҡалдырмай. Ҡыҫҡаһы, катарсис. Яуызлыҡ фашлана, юҡ ителә, изгелек тантана итә. Теләһә ниндәй голливуд фильмын(архисюжетлы үҙебеҙҙең фильмдар байтаҡ ул) алып ҡарағыҙ, архисюжеттың һыҙаттарын табырһығыҙ. Ни өсөн мин проза әҫәре хаҡында һүҙ алып барғанда, кино сәнғәте тураһында һүҙ ҡуҙғаттым? Сөнки фильм да, яҙма әҫәр ҙә асылында ул ниндәй ҙә булһа тарих, автор тарафынан уҡыусыға төрлө формала еткерелгән тарих. Архисюжет принцибы яҙма әҙәбиәткә лә бик ҡулай. Мәҫәлән, мәшһүр Урал батыр эпосы типик архисюжетлы тарих. Халыҡ әкиәттәре лә. Ниндәй генә киң билдәле әҫәрҙе алһаң да, унда архисюжет һыҙаттарны табырға мөмкин. ҺӘм беҙгә халыҡҡа тап шундай әҫәрҙәр нығыраҡ оҡшай. Беҙгә төп геройҙың тормош һынауҙарын ни рәүешле еңеп сығыуы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, был үҙебеҙҙең реаль тормошта ла ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин тигән ышаныс бирә.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Хыялға илтер һуҡмаҡ” повесы ла шул архисюжет ҡанундарына ярашлы ижад ителгән әҫәр тип һанайым, бәлки уның уңышының сере шундалыр. (Айгиз Баймөхәмәтовтың дан ҡаҙанған “Ҡалдырма мине, әсәй!” әҫәре лә, мәҫәлән, тап шул һыҙаттарға эйә) Алдараҡ авторҙың бик оҫта хикәйәләүсе икәнлеген әйтеп үткәйнем. Еңел уҡыла әҫәр, сюжет ептәре бик тарҡалмай, һәр береһенең осона сығырға тырышылған. Геройҙар ҙа ҡыҙыҡлы ғына, әммә характер кимәленә үҫешеп етмәгән тип һанайым, үҙенсәлекле персонаждар тип атап булмай. Шулай ҙа маташыу бар. Мин Зөлфирә апайҙың башҡа әҫәрҙәре менән таныш түгелмен, шуға ла башҡа әҫәрҙәре менән сағыштыра алмайым. Әммә был хилафлыҡты тиҙ арала төҙәтергә кәрәк, тим үҙемә. Артабанғы һүҙемде иһә төп героинябыҙ Зилә-Рәмзилә хаҡында тағатаһым килә, сюжетты ойоштороусы булараҡ ул автор йөкмәткән бурысты үтәй аламы-юҡмы шул хаҡта бер аҙ фекер таратаһы ине.

Зилә-Рәмзилә
Телгә алған сценарист гуруһы Роберт Маккиҙан бер цитатаһы миңә бик оҡшап ҡалды, бәлки һеҙҙә лә ауаздашлыҡ табыр: “История начинается с того, что в жизни ­нарушается гармония. А в конце устанавливается новая гармония ­ даже пускай трагическая. Вся история - это попытка снова обрести баланс, потому что никто из нас не хочет жить в хаосе и поэтому человек борется за восстановление гармонии. И в этой борьбе он может победить, а может и потерпеть поражение.”Һүҙ алып барылған әҫәр ҙә ошоно дәлилләй.
“Хыялға илтер һуҡмаҡ” әҫәренең тәүге юлдарынан уҡ беҙ Зилә исемле ҡыҙҙың ҡыҙғаныслы яҙмышы менән танышабыҙ. Эскесе атай, наҙлай белмәгән әсәй, яратмаған ир... Бахыр Зилә! Ул ғына етмәй, иренең хыянатына шаһит була ул! Донъя емерелә! Йәшәү йәмен юғалта ун етеһен саҡ тултырған ҡыҙ. Ләкин ошо урында уҡ, мин ғәжәпләнеү кисерҙем: ә ни өсөн Зилә Әхмәттең зина ҡалғанына аптырай? Сөнки уларҙың араһында һөйөү булмаған бит. Атаһы уны көсләп биргән, тимәк ҡыҙ ирен яратмаған, ә Әхтәм уны бер ҡасан да яратҡан ҡатыны итеп күрмәгән. Шуға ла был осраҡта Әхтәмде ғәйепләү бигүк дөрөҫ тә түгелдер. Киреһенсә, яратмаған кешеңдән китер өсөн сәбәп бит был. Эйе, Зилә ирен ташларға ҡарар ҡыла, ләкин һис тә яратмаған өсөн түгел, ә үҙе лә яратмаған, уны ла яратмаған ирҙең хыянатын кисерә алмау ғәрлегенән генә. Сөнки ул үҙен приз һанай, сөнки ул йәш, матур һәм шуға ла тик һөйөүгә генә лайыҡ. Хәйер, беҙ һәр беребеҙ тап шулай уйлайбыҙ бит, һәм был дөрөҫ тә, әммә һәр кем беҙҙе яратырға һәм ҡабул итергә тейеш тигәнде аңлатмай. Шуға ла ата-әсәһенең уның ҡыланышын хупламауын да ауыр ҡабул итә ҡыҙ(ҡалай ғорур, атнакы!), ороп-бәреп йортонан да сығып китә. Беҙ атай-әсәйҙе һайлай алмайбыҙ, әммә улар ҡалай булһа ла, беҙ уларҙың шулай булырына хаҡы бар икәнлегенә онотмайыҡ. Беҙ, әлбиттә, уларға үпкәләргә, дәғүә белдерә алабыҙ, әммә уларҙың үҙ хаталарына, үҙ йәшәү философияһына хоҡуҡтарын ихтирам итергә тейешбеҙ. Ихтирам итмәһәк тә, уларҙың үҙ юлы, һинең үҙ юлың икәнлеген аңларға маташайыҡ. Әлбиттә, эскесе атай менән тупаҫ әсәй менән йәшәү тамуҡҡа тиң, шулай ҙа шәхси тормошоң уңмауҙа улар ғәйепле түгел бит.
Шулай итеп, Зилә сумаҙанын тота ла ҡалаға сығып китә. Унда килеп төшөү менән ул модельдәр йортона юллана. Уның буйы, йөҙө бар, тимәк ул мотлаҡ модель булырға тейеш. Әммә һылыулыҡ менән генә был тормошта алдырып булмай икән ул. Шуға ла юлы уңмауы ғәжәп түгел. Ләкин уны хатта иҙән йыуыусы булараҡ та эшкә алмайҙар. Һәм ни эшләр икән Зилә әгәр юлында изге фея - Фәнисә осрамаһа? Фәнисә уға малярҙар училищеһына урынлашырға ярҙам итә, йәй буйы ауылында аҫрай, Зилә, әлбиттә, уңайһыҙлана, әммә ярҙамдан баш тартмай. Ауылда былай үҙен тотанаҡлы ғына тота. Шулай ҙа һөйөүгә, ихлас хискә сарсаған күңел ғишыҡ һорай. Һәм уңай табылыу менән ҡыҙ Рәмзил исемле егеткә һөйөү хистәре менән яна башлай. Йәй үтеп тә китә, ҡыҙҙар ҡалаға малярлыҡ серҙәренә төшөнөргә уҡырға юлланалар, Зилә, әлбиттә, үҙенең бөйөк билдәдәләнешен онотмай, культсектор булып үҙен тәғәйенләүҙәрен һорай, ул, әлбиттә, ныҡ тырыша, студенттарҙың мәҙәни ялын ойоштороу өсөн бар көсөн һала, спектакльдәр ҡуялар, ул, әлбиттә, төп рольдә. Ҡала конкурсында хатта Алтынсурин үҙе юғары баһа ҡуя. Ә ҡыҙ уның кем икәнлеген дә белмәй. (был сәйер тойола, сөнки әгәр һин бала саҡтан сәнғәт тип янған кеше нисек инде ул ул өлкәләге билдәле кешеләрҙе белмәҫкә?) Алтынсурин Зиләне “ҡармаҡҡа” эләктерә, театрға эшкә ала, төп рольгә тәғәйенләй, ҡиммәтле бүләктәр менән күмә. (Бар ҡыҙҙарҙың хыялы инде - “папик” табып, матур тормошта йәшәргә!) Һеҙ әйтерһегеҙ, Зилә бит талантлы ҡыҙ, быны барыһы ла таный. Һүҙем юҡ, шулайҙыр. Әммә ҡыҙҙың теге йәки был уңышҡа өлгәшеүе - тик уның тырышлығымы? Уға русса әйтмешләй, “повезло”. Тәүҙә уға Фәнисә осраны, унан һуң Алтынсурин. Ә ҡайҙа уның үҙенең ныҡышмалылығы? Миңә, мәҫәлән, Фәнисәне, Алтынсуриндарһыҙ үҙ тормошон яйға һалып маташыуы ҡыҙыҡлыраҡ, ышаныслыраҡ тойолор ине. Мин Зиләне ағым ыңғайына аҡҡан ирекһеҙ бүрәнәгә тиңләйем. Әлбиттә, унда ла ҡайһы бер ҙә үҙ тормошон ҡулға алыуға ынтылыш уяна, тик шулай ҙа ул миңә көслө, рухлы шәхес булараҡ күҙ алдына баҫмай. Рәмзил менән булған тарих та ошоға дәлил. Егеттең башын, күңелен бутай ҙа , ул дауахана ла ятҡанда хәлен дә барып белешмәй. Автор ҡыҙҙың был ҡыланышын аҡлап маташа, йәнәһе лә, Зилә үҙен егет алдында бысраҡ тоя, лайыҡ түгел тип һанай. Әммә яратҡан ваҡытта, был мөһимме? Әгәр һине яраталар икән был мөһимме? Фәнисә бер Зиләгә тап шул фекерҙе әйтә, йәнәһе лә һин бер кемде лә яратмайһың, ярата белмәйһең, ти. Зилә әхирәтенең үҙенә үпкәләй хатта. Әммә Фәнисә хаҡлы, минеңсә. Ғөмүмән, Фәнисә миңә Зиләгә ҡарағанда күңелемә ятышлыраҡ. Рәмзил дә холҡоноң эҙмә-эҙлелеклеге менән арбай. Уны яратҡан Зәйнәп тә ихтирамға лайыҡ. Тик ни өсөндөр миндә Зилә карьеристка һымаҡ тойола. Әлбиттә, автор уны тәртипле, әҙәпле ҡыҙ итеп күҙалларға тырыша. Әммә Алтынсуриндың бүләктәрен бурысҡа тип алыуҙы мин әҙәпһеҙлектең аръяғы тип һанайым. Ҡыҙҙар, бер ҡасан да туған булмаған ир-егеттән бер ниндәй ҙә бүләк, аҡса алмағыҙ! Был һеҙҙе баһағыҙҙы төшөрәсәк!
Зиләнең яҙмышында тағы бер-нисә ваҡиға ға күҙ һалғы килә. Ул әсәһенең вафат булыуы, һәм Ҡояш исемле һеңлеһе барлыҡҡа килеүе. Зилә үҙ тормошо менән шул тиклем мөкиббән мәшғүл, хатта ата-әсәһенең донъяла бар икәнлеген дә онота, хәл дә белешмәй, инәһенең үлеме хаҡында осраҡлы ғына белеп ҡала. Изге күңелле кеше итеп һүрәтләнгәс, яҡындарының яҙмышына битараф булыуы аптырата. Ярай әле, Ҡояш һеңлеһенең яҙмышында әүҙем ҡатнаша.

Иллюзия өҫтөнә иллюзия Зиләнең аңында! Ләкин барыһы ла уны йәлләй, авторҙан башлап. Алтынсурин да уғата йомшаҡ мөғәләмәлә ҡыҙға ҡарата. Ә Зилә һаман ниҙер көтә. Тормоштан ниндәйҙер ым-билдә көтә. Ул билдә Рәмзил һынында пәйҙа була. Яҙмыш уны Рәмзил ҡосағына ауҙара. Әҫәр уларҙың ҡауышыуы менән тамалана. Ә һин Алтынсурин иренеңде кире йый: йәш ҡыҙҙы ҡармаҡлайым, тип юҡҡа тырыштың һин! Ләкин бында ла Зилә хәл-шарттарҙың уның ыңғайына ятыуын көткән булып сыға, Рәмзилде яратҡас ниңә уның өсөн көрәшмәй һуң, Зәйнәп әйткән һүҙҙәрҙҙән генә мөхәббәтенән төңөлә, яҙмышын өсөнсөләр ҡулына тапшыра. Бүрәнә, тик бүрәнә!
Бына шундай тарих Зилә-Рәмзиләнең “хыялға илтеүсе һуҡмағы” хаҡында. Ләкин ул һуҡмаҡты героинябыҙға башҡалар ярып бирә, үкенескә ҡаршы. Ул да бер аҙ ҡатнаша, әлбиттә. Күп нәмә уға сынаяҡ өҫтөндә килтереп бирә яҙмыш. Ә ул һайлана ғына. Бына шундай реалистик әкиәт тәҡдим иткән Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева. Ысынбарлыҡта ла бындай хәлдәр була, әлбиттә! Әммә был һис Золушка хаҡындағы әкиәткә оҡшамаған.
Шулай итеп, автор нисек кенә тырышһа ла, төп героинябыҙ бер ҙә рухлы һәм көслө шәхес булараҡ үҫешё тип ёйтеп булмай, һәр ваҡыт уға изге күңелле кешеләр осрай, уны барыһы ла ярата, ярҙам итә, алға әйҙәй, терәк булып тора. Шуға ла ул һис тә өлгө алырлыҡ герой була алмай.
Бына ошондай фекерҙәрем менән бүлешмәксе инем Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Хыялға илтер һуҡмаҡ” повесы хаҡында. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

уңыш, бәхетле булыу

Previous post Next post
Up