“Мөғжизәгә ышандырған проект” » Башҡортостан гәзите

Sep 04, 2017 11:14


ППМИ
Нефтекама ҡала округына ҡараған Ташкин ауылы Гәрәй ырыуы башҡорттары менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә ата-баба­ларыбыҙҙың аҫаба ерҙәрендә XVIII быуат урталарында барлыҡҡа килгән.
Бындағы мәктәп тарихы ла боронғо замандарға барып тоташа: 1895 йылда ауылда беренсе баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе асылған. Белем усағының ике ҡатлы хәҙерге бинаһының йәше лә өс тиҫтәнән ашыуыраҡ.
Үҙ эшен яратып баш­ҡарған 22 уҡытыусы бөгөн 250-нән күберәк уҡыусыны белем тауҙарына етәкләй. Ҡарап-хәстәрләп тор­ғанлыҡ­тан мәктәптәге шарттарға һүҙ тейҙерерлек түгел.
Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе яңыртыу буйынса дөйөм хаҡы 1 миллион 200 мең һумға баһаланған төҙөкләндереү эштәре белем усағын заманса итеп үҙгәртеп ебәргән.
Һүҙ алып барылған проектҡа ярашлы, барлыҡ сығымдарҙың 140 мең һумының ауыл халҡы һәм бағыу­сылар тарафынан йыйылғанын айырым билдәләргә кәрәк.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау програм­маһы буйынса бында үткәрелгән барлыҡ сараларҙың республика ҡалалары тәҡдим иткән 111 проект араһында рейтинг йәһәтенән 22-се урынды алыуы ла Ташкин ауыл халҡының һәм мәктәп коллек­тивының әүҙемлеге хаҡында һөйләй. Нефтекама ҡалаһы.

http://bashgazet.ru/sosialnie-zadaci/27592-mzhizg-yshandyran-proekt.html
Previous post Next post
Up