"Һандуғас" йыры. Башҡарыусылар - Ф. Ҡасимов һәм Ф. Ғаззалова

Mar 22, 2013 22:16

Ф. Ҡасимов һәм Ф. Ғаззалова
Һандуғас

Май тыуғас, һайрай бер һандуғас -
Моңлана күңеле тулғас.
Мин көтәм, моң араһында,
Һиндә кил - күңел яҙына.
Һин кил - күңел яҙына,
Көтәм, моң араһында.

Ҡушымта:
Һайрайҙа һандуғас, ҡояшлы май тыуғас
Һандуғас мөхәббәт йырсыһы.
Һандуғас һайрамай, болоттар таралмай -
Йәнемде һағыштар борсоһа.
Һандуғас тирәктә, моң һибә йөрәккә -
Кил бәғрем, һиндә кил тыңларға.
Тыңлайбыҙ бергәләп, донъялар түңәрәк
Һин барҙа янымда, һин барҙа.

Яп-яҡын, һайрай бер һандуғас:
Тауышы - күңел эсендә
Моңдары - йондоҙҙай һибелә,
Таңдары һиҙҙермәй килә.
Һин кил - күңел яҙына,
Көтәм, моң араһында.

Ҡушымта:
(Ике тапҡыр)
Йондоҙҙар йыһанда, күҙ асып йомғанда.
Йүгреп беҙ ғүмерҙе барабыҙ.
Һандуғас һайраһа, һин һөйөп ҡараһаң -
Төҙәлә күңелем яраһы.
Һандуғас тирәктә, моң һибә йөрәккә -
Кил бәғрем, һиндә кил тыңларға.
Тыңлайбыҙ бергәләп, донъялар түңәрәк
Һин барҙа янымда, һин барҙа.
Previous post Next post
Up